Һаулыҡ һаҡлау
18 Июня 2021, 06:05

Короновирус яңы сикләүҙәр индертә

Башҡортостанда вакцинация әлегә ирекле булып ҡала. Бөгөн БСТ каналында үткән брифингта ошо турала һәм короновирустың өсөнөсө тулҡынына бәйле яңы сикләүҙәр хаҡында һүҙ барҙы.

Бөгөн Башҡортостанда короновирусҡа бәйле ситуация буйынса хөкүмәт брифингы үтте. Унда БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Рәсәйҙең эре ҡалаларындағы ауыр эпидемиологик ситуацияға бәйле республикала ла үҙгәрештәр буласағын белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, сикләү алымдары индереләсәк, әммә мең кешегә тиклем массалы саралар, шул иҫәптән Фольклориада планға ярашлы үтәсәк. Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре лә социаль дистанцияны һәм санитарияны күҙәтеү шарттары менән бөтә урындарҙа ла үтәсәк.
Халыҡ-ара фольклор байрамына бөтәһе лә прививка эшләтеү тураһында справка менән киләсәк. Улар өсөн ике ҡағиҙә ҡәтғи: вакцинация йәки Рәсәйгә килгәнгә тиклем 72 сәғәт эсендә яһатылған кире ПЦР-тест булыуы.
Ошо уҡ ҡағиҙәләр йәмәғәт урындарына йөрөүсе яҡташтарыбыҙ ҙа күҙәтергә тейеш. Сикләүҙәр ресторандарға, ҡунаҡханаларға, спорт учреждениеларына, кинотеатрҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәни-массалы сараларға ҡағыла.
“Беҙҙең вакциналар 95 процент һаҡлау бирә. Вакцинациянан һуң иммунитеты барлыҡҡа килгән пациент вирус менән осрашһа ла, уны еңел формала, күп осраҡта симптомһыҙ кисерә”, - тине ведомоство етәксеһе.
Вакцинация әлегә ирекле булып ҡала. Шулай ҙа Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса етәксеһе Анна Казак халыҡты короновирустан һаҡлау өсөн иммун ҡатламы тыуҙырыу кәрәк, ә бының өсөн республика халҡының 60 проценты прививка алырға тейеш , тип аңлатты һәм йәйгеһен отпускылар арҡаһында юғары миграция шарттарында барыһына ла вакцинация үтергә тәҡдим итте. Брифингта шулай уҡ битлек кейеү мотлаҡ булыуы әйтелде. Был прививка алғандарға ла ҡағыла. Улар үҙҙәре ауырымаһа ла, вирус йөрөтөүсе булыуҙары мөмкин, тине Анна Казак.
Әле Башҡортостанда 464 640 кеше вакцинация үткән, шуларҙың 411 522-һе – тәүге, 336 133-е -- икенсе компонентын яһатҡан. Максим Забелин балалар өсөн вакцина тураһында ла һөйләне. Әлегә уны һынау бара, көҙгә әҙер булыуы мөмкин, тине.
Читайте нас