Һаулыҡ һаҡлау
18 Июня 2021, 05:40

Пациент үҙен яҡшы тоя

Республика онкология диспансеры нейрохирургтары уникаль операция яһаған: кесе мейенең һул ярымшарындағы шеште микрохирургия ысулы менән алып ташлағандар.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика онкология диспансеры нейрохирургтары уникаль операция яһаған: кесе мейенең һул ярымшарындағы шеште микрохирургия ысулы менән алып ташлағандар. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Операцияны Озал Бейлерли һәм Николай Нуждин исемле табиптар яһаған.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың ғинуарынан Республика онкология диспансеры базаһында нейроонкологик койка-урындар булдырылған. Был операция иһә ошо йүнәлеш буйынса тәүге уңышлы үткән осраҡтарҙың береһе. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя.
Табиптар артабанғы дауалау тактикаһын билдәләү өсөн гистология һөҙөмтәһен көтә.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Читайте нас