Һаулыҡ һаҡлау
21 Июня 2021, 04:05

Барыбер юлын таптылар

Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау илдә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Шул уҡ мәлдә вакцинация буйынса талаптар ҙа артты, республикала тағы юғары әҙерлек режимы ҡәтғиләнде. ТАСС яңылыҡтар хеҙмәте, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, прививка эшләтмәгән хеҙмәткәрҙе эштән ситләтергә мөмкин, тип белдерә.
Йәғни, төбәктә санитар табиптың айырым категория хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ вакцинация тураһында күрһәтмәһе булған осраҡта, эпидемия мәлендә хеҙмәткәр вакцина яһатыуҙан баш тартһа һәм уның прививка эшләтмәүгә бер ниндәй ҙә етди сәбәптәре булмаһа, уны эштән ситләтәсәктәр. Был осорҙа эш хаҡы түләнмәйәсәк.
Читайте нас