2021 йылдың 23 июненә ҡарата Башҡортостанда 182 вакцинация пункты эшләй. 462 067 кеше тәүге компонентты алған. Ҙур ихтыяж арҡаһында яҡын араларҙа вакцина етмәй тороуы мөмкин. Бындай осраҡта вакцина яһатырға теләүселәрҙе көтөү исемлегенә индереп торасаҡтар һәм вакцина булғас та саҡырасаҡтар.
23 июндең иртәһенә Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 18 900 доза «Гам-Ковид-Вак» («Спутник V» сауҙа маркаһы) килде. Уны Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтнкама ҡалаларына бүлделәр. Киләһе партия – 54 600 доза «Спутник V» вакцинаһы 25-26 июндә көтөлә. Алдағы аҙнала төбәккә тағы 100 доза киләсәк.
Короновирустан вакцина яһау пункттарының эш ваҡытын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Медицина ойошмаларында: 8.00-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ, алдан яҙылыу буйынса;
Сауҙа үҙәктәрендә урынлашҡан мобиль пункттарҙа: эш көндәрендә – 13.00-тән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә – 10:00 до 20:00 сәғәткә тиклем;
Поликлиникаларҙа вакцинация өсөн алдан яҙылыу мотлаҡ, мобиль пункттарҙа – тере сират тәртибендә.
- “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша;
- “К врачу” мобиль ҡушымтаһы аша йәки “Доктор Башкортостан” республика порталы аша;
- Колл-үҙәктең берҙәм телефоны аша: 122 (доп.1);
- Поликлиника регистратураһы аша.