Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, 2020 йылда Рәсәйҙә 35 миллион кеше диспансеризация үтте. Был киҫкен сирҙәре ваҡытында асыҡларға, тейешле дауа тәғәйенләргә мөмкинлек бирҙе. 18 – 39 йәштәге граждандар өсөн мотлаҡ диспансеризация өс йылға бер, 40 йәште үткәндәр өсөн йыл һайын уҙғарылырға тейеш.
Коронавирус инфекцияһын үткәргән кешеләр өсөн диспансеризация етди үткәрелә — ҡан анализы алына, сатурация тикшерелә, спирометрия, рентген, тромб хәүефе ҡарала. Әгәр ниндәйҙер хәүеф табылһа, өҫтәмә рәүештә КТ, эхокардиография яҙыла.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк” акцияһы тормошҡа ашырыла. “Сәләмәтлек поездары” райондарға сығып, халыҡты урында тикшерә.