Республикала йәшәүселәр прививка яһатҡанда башлыса «Спутник V» вакцинаһына өҫтөнлөк бирә. Был турала Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Рафаэль Яппаров һөйләне.
— Башҡортостанға нигеҙҙә үҙенең һөҙөмтәле һәм хәүефһеҙ булыуын раҫлаған «Спутник V» вакцинаһы килтерелә. Уны эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта. Әлеге ваҡытта республикала йәшәүселәрҙең 700 меңдән ашыуы ошо вакцинаны эшләткән.
Шулай уҡ Британияның «Nature» фәнни журналы ла «AstraZeneca» һәм «Johnson&Johnson» вакциналарына ҡарағанда «Спутник V» күпкә яҡшыраҡ, тип билдәләгән. Был препаратттың һөҙөмтәһе 97,6% тәшкил итә.
— Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, «Спутник V» вакцинаһын эшләтеүселәр араһында ауыр эҙемтәләр булыуы тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Хатта коронавирус менән зарарланған осраҡта ла, вакцинация сирҙең еңел үтеүенә ярҙам итә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме — коллектив иммунитет булдырыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рафаэль Яппаров. — Һеҙҙәге антиесемдәр вирустың яңы штаммынан һаҡламаясаҡ. Эпидемиологик хәлдәр киҫкен булғас, йылына бер тапҡыр прививка эшләтеп тороу кәрәк.
«Спутник V» илдә тәүгеләрҙән булып рәсмиләштерелгән вакцина. Донъяның 67 илендә Рәсәй препаратына өҫтөнлөк бирелә.
Әлеге көндә Башҡортостанда 184 станционар һәм мобиль вакцинация үҙәктәре эшләй.