+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Июль 2021, 09:45

Медицина инспекторҙары тағы буласаҡ

Коронавирус менән сирләүселәр артыуы арҡаһында инспекторҙар эше яңынан тергеҙелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың күбәйеү ихтималлығын әйтте. Шуға күрә 1 сентябрь алдынан мәғариф учреждениеларында йәнә медицина инспекторҙарының эше йәнләндерелә.
«Сирҙең был штамы ҡатмарлы. Уның менән балалар ҙа ауырый. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә дүртенсе-бишенсе курс студенттарын йәлеп итергә кәрәк, улар үҙҙәренең райондарында эшкә йәлеп ителәсәк», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, алдағы аҙнала яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб сикләү индереүгә бәйле ҡарар ҡабул итергә йыйына.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: