Һаулыҡ һаҡлау
16 Июля 2021, 09:00

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү" проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала модулле ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ауыл-ҡасабаларҙа табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү" проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала модулле ФАП-тар һәм халыҡ һаны 101-ҙән 2000 кешегә тиклем булған ауыл-ҡасабаларҙа табип амбулаторияларын төҙөү буйынса планлы эш алып барыла.

Быларҙың барыһы ла ауылдарҙы үҫтереү, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында эшләнә. Әйткәндәй, былтыр йәмғеһе 97 модуль бина урынлаштырылған.

Ошо көндәрҙә үткән Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республика райондарын һәм ҡалаларын һаулыҡ һаҡлау объекттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.

Ағымдағы йылда кардиология үҙәген реконструкциялау, 9-сы һанлы Өфө ҡала, Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаларының поликлиникаларын, Учалы ҡалаһында хирургия корпусын, Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр өсөн, шулай уҡ Саҡмағош ауылында поликлиника төҙөү буйынса эштәр дауам итә.

Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә
Барыһы ла халыҡ мәнфәғәтендә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас