

Быйыл республикала 79 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм өс табип амбулаторияһы сафҡа индерелде. Былар барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының“Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә мөмкин булды.
Был үткән йылдағынан өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ.
Республика ике меңдән ашыу ФАП-ты һаҡлап ҡала алды, үткән ике йылда улар яйлап яңыртылды, яңылары төҙөлдө. Мәҫәлән, беҙҙең районда уҙған йыл аҙағында өр-яңы ҡорамалдар ҡайтарылған, мебель ҡуйылған Салауат һәм Йәлембәт ФАП-тар үҙ ишектәрен асты
Әле республикала 51 үҙәк район дауаханаһы (уларҙың составында - 27 участка дауаханаһы, 193 табип амбулаторияһы, 2 105 стационар ФАП һәм башҡа медицина учреждениелары) халыҡҡа тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтә.