Ковидтан прививка яһатмағандарҙы планға ярашлы дауаханаға һалыуҙан баш тартасаҡтар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарарға килгән. Был хаҡта бөгөнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтелде.
"Баш табиптарҙың һәм белгестәрҙең фекеренсә, яман шештән һәм йөрәк ауырыуҙарынан яфаланған кешеләрҙән тыш, башҡа пациенттарҙы коронавирустан мотлаҡ вакцина һалдырыу шарты менән генә планлы госпиталләштереү тураһындағы ҡарарҙы үтәргә кәрәк. Был сирҙең таралыу хәүефен кәметеү мөмкинлеген бирәсәк", – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Шул уҡ ваҡытта, министр әйтеүенсә, ашығыс ярҙам вакцинация тураһындағы сертификаттың булыу-булмауына ҡарамаҫтан күрһәтеләсәк.
Республика Башлығы Указына тейешле үҙгәреш 2 августан индереләсәк.