Һаулыҡ һаҡлау
29 Июля 2021, 07:00

"Спутник Лайт" вакцинаһы килде

Республиканың прививка яһау пункттарына «Спутник Лайт» яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы килде.

Республиканың прививка яһау пункттарына «Спутник Лайт» яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның беренсе партияһы килде. Республикаға бөтәһе 18 308 доза килтерелде. Һәр вакцинация пунктына, беркетелгән халыҡ һанына ҡарап, 80-500 доза бүленде. «Спутник Лайт» башлыса ревакцинация өсөн һәм табип тәғәйенләүе буйынса ғына файҙаланыла. «Вакцинаны табип һайлай. Ул кешенең ауырыу тарихынан сығып ниндәй вакцинаны ҡаҙатырға кәрәклеген әйтә», — тинеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

«Спутник Лайт» вакцинаһы сир үткәргәндәргә (ярты йылдан һуң ғына), шулай уҡ медицина күрһәтмәһе буйынса тап ошо вакцина тәҡдим ителгән граждандарҙың айырым категорияларына тәғәйенләнгән.

«Спутник Лайт» – Н.Ф.Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология милли тикшеренеү үҙәгендә етештерелгән бер компонентлы вакцина. Ул, «Спутник V» вакцинаһы кеүек үк, 26-сы серотиптағы кеше аденовирусы нигеҙендә етештерелгән.

Автор:
Читайте нас