Һаулыҡ һаҡлау
30 Июля 2021, 05:58

Үҙеңде вакцинацияға нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәш бирә

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны 800 меңдән ашыу кеше яһатты, әммә эпидемияны туҡтатыу өсөн был аҙ әле. Бөгөн беҙ вакцинацияға нисек әҙерләнеү тураһында һөйләйбеҙ.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны 800 меңдән ашыу кеше яһатты, әммә эпидемияны туҡтатыу өсөн был аҙ әле. Бөгөн беҙ вакцинацияға нисек әҙерләнеү тураһында һөйләйбеҙ.

Медицина йәһәтенән...
Шамил Тимербулатов, медицина фәндәре докторы, Дим районы ковид-госпиталенең баш табибы урынбаҫары:
– Ниндәйҙер тикшереүҙәр, тестар үтергә, антиесемдәрҙе билдәләтергә кәрәкмәй. Вакцинация пункты янынан үтеп бараһығыҙ икән – инәһегеҙ ҙә эшләтәһегеҙ. Иң мөһиме – температура, тымау, хроник сирҙәр ҡуҙғыған мәл булмаһын. Ә инде, мәҫәлән, аяғығыҙ йәки ҡулығыҙ һынған булһа, был прививка яһатмау өсөн сәбәп түгел, ҡурҡмайынса эшләтергә мөмкин.

Психологик күҙлектән...
Елена Садиҡова, психолог:
– Күптәр прививка яһатыуҙан ҡурҡа. Был – нормаль күренеш, быға тиклем күрмәгән-белмәгән нәмәнән ҡурҡыу һаҡланыу инстинктының барлығы тураһында һөйләй. Был осраҡта хәүеф тыуҙырған уйҙарың менән диалог ҡороу, һеҙҙе прививка яһатыуға этәргән нигеҙле дәлилдәрҙе ҡаршы ҡуйыу мөһим.
Берәй яҡын кешегеҙ менән быны спектакль рәүешендә уйнап ҡарарға ла була: берегеҙ паника тыуҙырған ролде башҡарһа, икенсегеҙ нигеҙле дәлилдәр килтерһен. Был күңелегеҙҙә шик тыуҙырған барлыҡ уйҙарҙы әйтеп бирергә һәм һәр пункт буйынса яуап табырға ярҙам итер. Йәки прививка яһатыу кабинетында үҙ-үҙең менән ҡысҡырып һөйләшеп алырға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа мин һәр ваҡыт: «Хәҙер үҙ-үҙем менән һөйләшеп, психологик ярҙам күрһәтеп алам», – тип алдан иҫкәртәм.
Был осраҡта юрый ғына ыңғай уйҙар, кәйеф тыуҙырыу маҡсат түгел. Уй-фекерләүегеҙҙең тормошсан булыуы мөһим. Прививканан һуң ауыр эҙемтәләр ихтималлығы күпме? Ә ковид йоҡторһаң нисек? Прививканы, тәүге тәүлектә температура күтәрелеүҙе һәйбәт үткәреү ихтималлығы ниндәй? Был осраҡта күпме аҡса китәсәк? Әгәр ауырыһам, финанс сығымдары күпме буласаҡ?
Быға тиклем прививка яһатҡан кешеләр менән кәңәшләшегеҙ. Был хәүефте кәметергә булышлыҡ итә, тынғыһыҙ мейегә: «Минең кеүек үк кешеләрҙең барыһы ла прививканы яҡшы үткәргән. Тимәк, минең өсөн дә был ғәмәл хәүефһеҙ булыуы ихтимал», тигән сигнал ебәрә.

Вакцина һайлайбыҙ
Азат Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире, Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы:
– Рәсәйҙә үҙебеҙҙә етештерелгән өс вакцина яһала һәм уларҙың барыһы ла яҡшы. Әгәр хроник сирҙәрегеҙ һәм көслө аллергияғыҙ булмаһа, өсөһөнөң береһен эшләтегеҙ, айырма юҡ. Әгәр прививка яһатыуға ҡаршы сәбәптәрегеҙ булһа, табип менән кәңәшләшегеҙ. Был осраҡта интернеттағы «һәр яҡтан килгән белгескә» түгел, тик табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур.

Прививка яһатыуға яҙылабыҙ
Рәсәйҙә ковидҡа ҡаршы вакцинация бушлай, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа алдан яҙылырға кәрәк. Был халыҡты оҙайлы сираттарҙа торғоҙмау өсөн эшләнә. Мәҫәлән, һеҙ сират тороп көтөрһөгөҙ, ә ампулалар бөтөр ҙә ҡуйыр. Вакцинацияға:
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы;
«Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы, Доктор РБ республика сайты doctor. bashkortostan.ru (һуңғыһы өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк);
Кол-үҙәктең берҙәм телефоны – 122;
Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге – 8 (347) 218-19-19 аша яҙылырға мөмкин.
Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм, әгәр булһа, прививкалар тураһында сертификатығыҙҙы алырға онотмағыҙ.

Тағы нимә белергә кәрәк?
Вакцинацияға тиклем бер нисә көн һәм унан һуң өс көн дауамында алкоголдән баш тартып тороғоҙ.
Энә ҡаҙатҡанға тиклем һәм унан һуң бер нисә көн дауамында үҙегеҙгә артыҡ физик көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, баҡсала йәки спортзалда арығансы шөғөлләнмәгеҙ. Саф һауала йөрөү, киреһенсә, хуплана.
Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаған сәләмәт йоҡо иммунитетты нығытыуға булышлыҡ итә.
Вакцинациянан һуң бер нисә көн дауамында һыу инеү, мунса, бассейн, саунала булыу, ҡояшта оҙаҡ йөрөү тыйыла. Табиптар иртәнге 11-гә тиклем һәм киске 5-тән һуң ҡыҙынырға кәңәш итә.
Аҡһымға бай продукттарға – һөт ризыҡтарына, балыҡҡа, һимеҙ булмаған иткә өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар организмда антиесемдәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

Районда вакцина етерлек
Зөлфирә Ғималетдинова, Асҡар үҙәк дауаханаһы врач-эпидемиологы ярҙамсыһы:
— Район халҡы Асҡар үҙәк дауаханаһында эшләгән коронавирусҡа ҡаршы привикалар эшләү кабинетында, участка дауаханаларында вакцина һалдыра ала. Был уколды ҡаҙатыу өсөн дауаханаға иртәнге сәғәт 9-ҙан 16 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була.
Алдан төҙөлгән графикка ярашлы мобиль автобус бәләкәй ауылдарға сыға, унда мотлаҡ терапевт та була. Табип кешеләрҙең сәләмәтлек торошона ҡарап, прививка эшләтеүгә рөхсәт биргәс, уколды урындағы фельдшер ҡаҙай. Мәҫәлән, был аҙнала Ташбулат, Шәрип, Атауҙы ауылдарында теләге булғандар прививка эшләтте.
Көнөнә районда яҡынса 90-100 кеше ковидҡа ҡаршы вакцина һалдыра. Ә тотош алғанда, кисәге көнгә 7619 кеше беренсе компонентты ҡаҙатҡан, 5520-һе тулыһынса үткән.
Дауаханала «КовиВак» һәм «Гам-Ковид-Вак» («СпутникV») вакциналары бар. Ошо көндәрҙә аҙ миҡдарҙа булһа ла «Спут-никЛайт»тың килде, был бер тапҡыр һалына торған вакцина онкосирлеләргә, хроник сирле кешеләргә тәғәйенләнгән.

Автор:
Читайте нас