Һаулыҡ һаҡлау
30 Июля 2021, 05:45

Вакцина һалдырыусылар арта

Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

Республикала 615 мең кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцинаның беренсе компонентын алғандар һаны 893,5 меңдән ашҡан, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Ә 615 мең кеше вакцинаның ике компонентын да алған.
«Һуңғы тәүлектә республикала 29,5 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. — Әлеге ваҡытта Башҡортостанға COVID-19-ҙы иҫкәртеү өсөн яҡынса 1,050 миллион доза вакцина килтерелгән».

 3 августан Башҡортостанда медицина учреждениеларында планлы дауаланыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинация хаҡында мәғлүмәт кәрәк буласаҡ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас