Һаулыҡ һаҡлау
2 Августа 2021, 12:37

Аҡъярға яңы ҡорамал килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының медицина ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы,  Аҡъяр үҙәк район  дауаханаһына заманса ультратауыш аппараты алынды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының медицина ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Аҡъяр үҙәк район  дауаханаһына заманса ультратауыш аппараты алынды. Яңы ҡорамал бөтә орган һәм системаларға сифатлы диагностика үткәрергә, теүәл диагноз ҡуйырға, кәрәк булғанда пациентты дауалауға ебәрергә ярҙам итә.

Программаның төп маҡсаттарының береһе –  дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыу. Ул биш йылға иҫәпләнгән. Быйыл медицина ярҙамының тәүге звеноһын яңыртыу өсөн үҙәк район дауаханаларына 19 ультратауыш ҡорамалы алынған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы,  медицина ярҙамының тәүге звеноһын модернизациялау халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу һәм хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеүҙә ҙур роль уйнарға тейеш.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас