

Ансар Төлкөбаев — район ветерандар советы рәйесе һәм эше буйынса уға йыш ҡына кеше күп булған урындарҙа йөрөргә тура килә. Коронавирус сире көсәйгән мәлдә үҙенең һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн район үҙәк дауаханаһында вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан.
— Пандемия мәлендә ныҡ һаҡландым, шуға был ауырыу урап үтте. Ике тапҡыр, уҙған йылдың декабрендә һәм быйыл йәй башында анализ тапшырҙым, антиесемдәр табылманы. Шуға ла вакцина яһатыу-яһатмау хаҡында уйлап та торманым, — ти Ансар Ғаттар улы. — Поликлиникаға тәүге тапҡыр барғанда вакцина бөткәйне. Бер аҙҙан яҙылып барҙым һәм һалдырҙым, бер ниндәй ҙә кире эҙемтә булманы, үҙемде ғәҙәттәгесә тойҙом.
Икенсе компонентты август башында яһатасаҡ. Әлегә кеше араһында, эш урынында һаҡлыҡ сараларын ныҡлы күҙәтә.
— Прививка эшләтеү кәрәк тип иҫәпләйем һәм башҡаларҙы ла саҡырам. Хәҙер мин үҙемдең сәләмәтлегем өсөн тынысмын, — тине ветерандар советы рәйесе.