Һаулыҡ һаҡлау
3 Августа 2021, 09:18

Вакцина — сирҙе еңеүҙең берҙән-бер ысулы

Асҡар үҙәк район дауаханаһы биргән мәғлүмәт буйынса коронавирус инфекцияһына бәйле хәл хәүефле ҡала.

Асҡар үҙәк район дауаханаһы биргән мәғлүмәт буйынса коронавирус инфекцияһына бәйле хәл хәүефле ҡала. Ауырыу йоҡтороусылар кинәт артҡан, хатта балалар араһында сирләгәндәр күп. Ҡыҙыл зонала көнөнә 80-90 кеше ҡабул ителә. 2 авгусҡа ҡарата 43 кешелә коронавирус табылған. Июль айында мәкерле ауырыуҙан 3 кеше вафат булған.
Был мәғлүмәттәрҙән районда тажзәхмәт йоҡтороусылар һаны артҡандан-арта барыуын күрһәтә. Балалар араһында сирлеләр ҡырҡа күбәйгән. Шунлыҡтан балалар өсөн ҡайтанан «ҡыҙыл зона» асылған. Өлкәндәр өсөн булдырылған «ҡыҙыл зона»ла врачтар көсөргәнешле режимда эшләй. Көнөнә йөҙгә тиклем сирлене ҡабул итәләр.
Шул уҡ ваҡытта вакцинация был ҡурҡыныс сирҙе еңеүҙең берҙән-бер ысулы икәнлеге иҫбат ителгән. «Халыҡтың 70 проценты вакцина һалдырғанда коллектив иммунитет барлыҡҡа киләсәк һәм был сирҙе еңербеҙ», — тип эксперттар ышаныслы белдерә.
Районда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын 7862 кеше алған, 4747 кеше тулыһынса вакцинацияланған.
Район дауаханаһында был тәңгәлдә махсус кабинет эшләй. Вакцина һалдырыусыларҙан иртәнсәктән ҙур сират хасил була. Был көндө беренсе компонентты яһатыусылар ҙа, икенсеһен эшләтеүселәр ҙә күп ине. Шулай ҙа процедуралар кабинетында эшләгән ҡыҙҙар пациенттарҙы етеҙ ҡабул итеп, тейешле вакцинаны тиҙ арала һалыуы арҡаһында сират тиҙ үтә. Бында һәр кем анкета тултырғандан һуң, фельдшер Азалия Фәхрисламова тән температураһын үлсәй һәм йөрәкте тыңлағандан һуң, сатурацияны тикшерә. Шәфҡәт туташы Римма Амантаева ҡан баҫымын үлсәй һәм кәрәкле мәғлүмәтте компьютерға индер-гәндән һуң ғына прививка яһала. Шәфҡәт туташы Эльвира Мөхәмәтйәнова вакцина яһатырға килгән һәр пациенттың мәғлүмәттәрен артабан «Госуслуги»ға индереү өсөн «Берҙәм портал»ға ебәрә.
Алдан төҙөлгән графикка ярашлы район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылдарға мобиль ФАП-тар сыға. Был эшкә волонтерҙар ҙа йәлеп ителгән. Улар өй һайын йөрөп, вакцина яһау өсөн медпунктҡа саҡыралар. Уны эшләтергә теләк белдергәндәрҙе пунктҡа тиклем алып киләләр һәм укол яһағандан һуң, кешеләрҙе йорттарына тиклем оҙатып ҡуя.
Бөтәһе 10156 доз вакцина килгән, шул иҫәптән «Ковивак» 140, «Эпивак Корона» 360, «Спутник Лайт» 206, «Гам-Ковид-Вак» 9450 доза бар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас