Һаулыҡ һаҡлау
5 Августа 2021, 04:04

Ун модуль ФАП алынасаҡ

Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә,  төбәк һәм федераль бюджеттан ун модуль фельдшер-акушерлыҡ пункттары алыуға 32 миллион һум  аҡса бүленә.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә,  төбәк һәм федераль бюджеттан ун модуль фельдшер-акушерлыҡ пункттары алыуға 32 миллион һум  аҡса бүленә.

Был модуль пункттар һуңғы медицина талаптарына ярашлы йыһазландырыласаҡ. Ағымдағы йылда республикаға “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” милли проектын тормошҡа ашырыуға 85,2 миллион аҡса бүленгән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин  белдереүенсә, быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса федераль бюджеттан 73 модуль ФАП алыуға, 270,1 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 – 2020 йылдарҙа был программа буйынса республикала 139 модуль фельдшер – акушерлыҡ пункты асылды, дүрт ауыл табип амбулаторияһы төҙөлдө.

Ун модуль ФАП алынасаҡ
Ун модуль ФАП алынасаҡ
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас