Һаулыҡ һаҡлау
6 Августа 2021, 06:55

Хәл хәүефле

Районда коронавирусҡа бәйле хәл  тураһында Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова хәбәр итте.

Районда коронавирусҡа бәйле хәл хәүефле көйө ҡала. Был турала Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы урынбаҫары Г. Ф. Хәлилова хәбәр итте.

  — Коронавирустың өсөнсө тулҡыны килә, хәл ҡатмарлы. Ауырыу йоҡтороусылар һаны арта. Бынан ике-өс аҙна элек ҡыҙыл зонаға мөрәжәғәт итеүселәр 40-50 кеше булһа, хәҙер көнөнә йөҙҙән ашыу кешене ҡабул итәбеҙ. Өҫтәмә рәүештә терапевт бүлдек. Һуңғы сирлегә тиклем эшләйбеҙ, — тине Гөлфиә Фәнил ҡыҙы. — Ҡыҙғанысҡа, балалар һәм ауырлылар араһында ковид менән сирләүселәр күп асыҡлана.

  Табип-инфекционист билдәләүенсә, балаларҙа температура булһа, танауы тонһа йәки тамағы ауыртһа, кисекмәҫтән табипҡа күренеү мөһим. Ҡоҫоу, эс китеү ҙә булыуы ихтимал. Үҙ белдегегеҙгә дауалау сирҙең аҙыуына килтерә.

  — Коронавирус менән сирлеләрҙе Белорет, Сибай һәм Өфө дауаханаларына оҙатабыҙ. Ике ауырлы ҡатынды Өфөгә ебәрергә тура килде. Буласаҡ әсәнең һәм сабыйҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн алдан вакцина яһатып ҡуйыу кәрәклеге хаҡында онотмағыҙ, — ти табип. — Оло йәштәгеләр ҙә хәүефле төркөмгә инә. Сентябрь-октябрь айында ауырыуҙың иң көсәйгән осоро булыр тип көтөлә. Шуның өсөн вакцина яһатырға өлгөрөгөҙ! Интернеттағы төрлө имеш-мимештәргә ышанмағыҙ. Һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү, кеше күп урындарҙа йөрөмәү, барырға тура килһә, битлек кейеү, арауыҡ күҙәтеү ҙә сирҙән ҡотолорға ярҙам итер.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас