Һаулыҡ һаҡлау
8 Августа 2021, 04:10

Иғтибарлы табип

8 август — Халыҡ-ара офтальмология көнө

Иғтибарлы табипИғтибарлы табип
Иғтибарлы табип

Асҡар үҙәк район дауаханаһында күҙ табибы булып эшләгән Д. Д. Зәйнуллин тыйнаҡ, сабыр холоҡло булыуы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы менән коллегалары араһында хаҡлы абруй менән файҙалана, пациенттар ҙа үҙ күрәләр.
Сығышы менән Таҡһыр ауылынан булған Динис ғаиләлә баш бала. Атаһы Данис Ҡорбанғәли улы ауылдың имам-хатибы, әсәһе Рәмилә Нуриәхмәт ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Зәйнуллиндарҙың татыу ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнгән һәм улар барыһы ла медицина юлын һайлаған. Динир — Белорет медицина колледжында, Эльмира Өфө медицина университетында уҡый. Ә ғаиләлә баш бала булған Динис, буласаҡ һөнәрен бәләкәйҙән аныҡ күҙаллаған.
Табип булырға ныҡлы ҡарар иткән Динис мәктәптән һуң Силәбеләге медицина университетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алыу менән йәш белгес тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә юллана. Ҡайтыу менән «Ауыл табибы» программаһы буйынса Асҡар үҙәк дауаханаһына килә. Эшен яратып, күңел биреп башҡара ул.
— Кешеләргә күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итеү ниәтенән офтальмолог һөнәрен һайланым һәм үкенмәйем, — ти Динис Данис улы.
Заманаһы шундай, күҙгә зыяны тураһында уйлап та тормайынса, күптәребеҙгә компьютер, планшет, телефон менән йыш ҡулланырға тура килә. Шуға ла, офтальмолог билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа өлкәндәрҙең генә түгел, балаларҙың да күреү һәләте түбәнәйеүе, ҡылыйлыҡ артыуы күҙәтелә икән.
— Ата-әсәләр кескәйҙәргә нығыраҡ иғтибар бирһендәр ине, улар менән йышыраҡ саф һауала йөрөргә, спортҡа ылыҡтырырға кәрәк. Йылына бер-ике тапҡыр булһа ла күҙ табибына күрһәтеп торһондар. Хәҙерге балаларҙы телефон-планшеттарҙан айырып алыуы ҡыйын, сөнки үҙебеҙ ҙә телефонһыҙ тора алмайбыҙ. Шулай ҙа сама белергә лә кәрәк, — ти офтальмолог.
Табип әйтеүенсә, оло йәштәгеләр араһында күберәк глаукома һәм катаракта менән яфаланыусылар күп. Ә уны булдырмаҫ өсөн өс йылға бер тапҡыр күҙ баҫымын тикшертеп торорға, әгәр ҙә нәҫелдә бындай сирлеләр бар икән табипҡа йышыраҡ күренергә кәрәк.
Иғтибарлы табиптың шәхси тормошо ла көйлө. Ғүмер юлдашы Гөлниса Фәсхитдин ҡыҙы менән Әминә исемле матур ҡыҙ үҫтерәләр. Кәләшенә ныҡлы терәк, хәстәрлекле ир, ҡыҙы өсөн яратҡан атай ул.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас