

Уҙған йыл аҙағына Асҡар район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә фиброколоноскоп ҡайтарылғайны. Ошо көндәрҙә заманса ҡорамал эштә һыналды.
Республика хирургтары ассоциацияһы ағзалары, Өфөнөң тиҙ ярҙам дауаханаһының эндоскопистары фиброколоноскопта тикшереү үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Өфө һәм Асҡар хирургтары бергәләп йыуан эсәк сиренә шик булған туғыҙ пациентты ошо ҡорамал ярҙамында тикшерҙе. Был эндоскопик прибор йыуан эсәк сирҙәрен, шул иҫәптән йыуан эсәк полиптарын һәм рак ауырыуын иртә стадияла асыҡларға ярҙам итәсәк.
“Әбйәлил халҡы ошондай тишеренеү үтеү өсөн Белорет йә Магнит ҡалаһына йөрөмәҫтәр, — тигән ышаныс белдерҙе”, — Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, профессор Виль Тимербулатов.