Өфөләге кардиоүҙәктең яңы хирургия корпусы төҙөлөшө тамамланыуға бара.
Алда уны йыһазландырыу эштәре тора. Ошо уңайҙан үҙәктең хирургия бүлегенә үпкәләрҙе яһалма елләтеү (ИВЛ) аппараттарын алыуға республика бюджетынан 217 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға, дөйөм алғанда 54 аппарат алыу планлаштырыла. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы эшләнгән кардиоүҙәк киләсәктә республика халҡы һаулығы мәнфәғәтендә хеҙмәт итәсәк.