«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» республика акцияһы сиктәрендә табибтар райондар буйлап халыҡты ҡабул итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса уҙғарылған сара ауыл ерендә белгестәргә күренеп ҡалыу мөмкинлеген бирә. Ошо көндәрҙә Буранғолға «Сәләмәтлек поезы» менән теш табибтары килде. Улар ике көн дауамында биләмәләге һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан килгән балаларҙың тештәрен ҡарап, дауаланы.
Күсмә стоматология комплексының эше менән танышыу өсөн район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов менән социаль үҫеш буйынса урынбаҫары А. Р. Дәүләтбаев килде.
— Ҡабул итеүгә килгән балаларҙың күбеһенең тештәре тәрбиәле, беҙ профилактика маҡсатында ҡарайбыҙ, кәңәштәребеҙҙе әйтәбеҙ, кариестары булғандарҙы дауалайбыҙ. Оҙайлы дауа кәрәккән осраҡта район поликлиникаһы стоматологтарына йүнәлтәбеҙ, — тине Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы бүлексәһе мөдире Лилиә Урал ҡыҙы. — Беҙҙе бында бик яҡшы ҡаршы алдылар, урынлаштырҙылар. Халыҡ ихлас мөнәсәбәттә, район һәм ауыл хакимиәттәре етәкселәренә рәхмәт.
Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған поезда тештәрҙе дауалау өсөн бөтә шарттар бар. Балалар тыныс ҡына үҙ сираттарын көтә, стоматологҡа инергә ҡурҡҡандар ҙа, илап сыҡҡандар ҙа юҡ. Ике көн дауамында 280 баланы ҡабул итергә өлгөргән күсмә бригада табибтары. Бынан тыш, бәләкәстәр өсөн сәләмәтлек дәресе лә уҙғарғандар.
— Район үҙәгенән алыҫта ятҡан Буранғолда бындай акция үтеүе бик уңайлы, яңы уҡыу йылы алдынан килеүҙәре лә яҡшы булды. Күптәр балаларын теш табибтарына күрһәтте. Алсаҡ, кеселекле табибтарға халыҡ рәхмәтле. Мин дә Өфөнөң 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһының баш табибы Р. Ә Ғәниева, бүлексәһе мөдире Л. У. Исмәғилева, методист Н. А. Худякова, табибтар Т. А. Луценко менән В. Ш. Юнысбаеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үҙ эштәренә бик яуаплы ҡаранылар, тағы саҡырығыҙ тип ҡайттылар, — тине Буранғол ауылы биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов.