Һаулыҡ һаҡлау
19 Августа 2021, 12:39

Пенсияға алдан сығыу мөмкинлеге бар

Законға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала һөнәре буйынса 25 йыл эш стажына эйә булғанда ҡартлыҡ буйынса пенсияға алдан сығырға хоҡуҡлы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Законға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәре ауыл ерендә йәки ҡала тибындағы ҡасабала һөнәре буйынса 25 йыл эш стажына эйә булғанда  ҡартлыҡ буйынса  пенсияға алдан сығырға хоҡуҡлы.

Ҡала ерендә эшләгәндәр  30 йыл стаж менән  шулай уҡ алдан пенсияға сыға ала. Рәсәй пенсия фонды идаралығы белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябргә тиклем айырым категориялы медицина хеҙмәткәрҙәре яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы йәки  ошо ауырыуға  шикле пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән эш осоро  льготалы(ташламалы) осор итеп иҫәпләнәсәк. Йәғни, бер эш көнө ике көн булып иҫәпләнә. Аныҡланыуынса, бындай стажға медицина хеҙмәткәренең ауырыу буйынса йәки декрет, отпуск осорҙары, шулай уҡ аҙнаның  ял көндәренә тура килгән эш ваҡыты тулыһынса иҫәпкә алынасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас