Һаулыҡ һаҡлау
19 Августа 2021, 04:36

Вакцина эшләтеп аҡса оторға була

Рәсәй Хөкүмәте коронавирустан вакцина эшләткәндәр араһында лоторея уйнатырға уйлай.

Рәсәй Хөкүмәте коронавирустан вакцина эшләткәндәр араһында лоторея уйнатырға уйлай. Был сара 18 йәштән өлкәндәр араһында 1 сентябрҙән декабргә тиклем үтәсәк. Бының өсөн бөтәһе йөҙ миллион һум аҡса бүленә. Приз отоусыларҙы компьютер, вакцина эшләткәндәр  теркәлгән берҙәм регистрындағы уникаль номерҙары буйынса билдәләйәсәк. Һәр отош 100 мең һум буласаҡ.

Ил буйынса бөтәһе бер мең еңеүсе билдәләнәсәк. Ойоштороусылар билдәләүенсә, еңеүселәргә отош тураһындағы мәғлүмәт “Госуслуги”лағы шәхси кабинетына киләсәк, өс ай дауамында уларҙың карталарына аҡса күсереләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас