

Ауыл фельдшеры — урындағы халыҡтың күҙ терәп торған кешеһе, сөнки ФАП элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып торған. Хәҙер ҙә ауылда кемдер сирләп китһә, йә ашығыс медицина ярҙамы кәрәккәндә, иң алда үҙҙәренең «табибына» (күп ауылдарҙа фельдшерҙарын шулай тип йөрөтәләр) мөрәжәғәт итәләр. Өс тиҫтә йыл ғүмерен ошо изге лә, мәрхәмәтле лә һөнәргә арнаған Л. М. Йыһаннурованың да төп бурысы — Таштуй ауылы халҡының сәләмәтлеге һағында тороу.
Бала саҡтан киләсәк һөнәрен медицина менән бәйләргә хыялланған ҡыҙ Дәүләт урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес хеҙмәт юлын Яңауылда башлай. Унан һуң Ҡырҙас ауылында ла эшләргә тура килә. Таштуй ауылында фельдшер булып эшләүенә лә ике тиҫтә йылға яҡын ғүмер үткән.
Бөгөн Лаура Йыһаннурова алты йөҙҙән ашыу кешегә медицина хеҙмәте күрһәтә. Фельдшер булып эшләүе еңел түгел, сөнки бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ врачы ла, хирург та булырға тура килә. Сөнки ауыл кешеһе, ҡан баҫымы күтәрелһә лә, дарыу кәрәк булһа ла, йығылып аяҡ-ҡулын имгәтһә лә бында йүгерә. Тәжрибәле фельдшер уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап, беренсе ярҙам күрһәтә, кәңәштәрен бирә.
Эш көндәренән тыш, байрам, ял көндәрендә лә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ла ҡарамаҫтан, фельдшер саҡырыу буйынса өйҙәргә йөрөй, профилактик тикшереүҙәр үткәрә, сирләгәндәрҙе ҡабул итә, уколдар ҡаҙай һ.б.
— Йәй миҙгелендә оҙайлы ялға, ата-әсәләренә ҡунаҡҡа ҡайтыусылар күп. Коронавирус пандемияһы ваҡытында улар айырым иғтибар талап итә, — ти Лаура Мөхәрләм ҡыҙы. — Урындағы халыҡ битлек режимын һаҡларға тырыша. Был йәһәттән бигерәк тә ололар тыңлаусан, улар үҙ ҡурсаланыу режимы талаптарын да тейешенсә күҙәтә. Шулай ҙа ҡайһы ваҡытта кешеләр үҙ һаулыҡтарына битараф ҡарай, йәғни табипҡа күренергә теләмәй, диспанцеризация үтергә ынтылып бармайҙар.
Таштуй ауылы медпунктында таҙа, яҡты, һәр ерҙә тәртип. Бинаға ике йыл элек ремонт үткәрелгән: заманса пластик тәҙрәләр ҡуйылған, ишектәр алмаштырылған, бина газ менән йылытыла.
— Тик шуныһы: бинаға һыу индерелмәгән. Ремонт ваҡытында канализация өсөн соҡор ҡаҙҙылар, торбалар ҙа һалынған, раковина, бәҙрәф ҡуйылған, тик һыу булмағас, улар менән файҙаланып булмай. Был эш әллә ни ҙур сығымдар талап итмәй, һыу үткәрелһә, медпунктҡа килгән оло йәштәгеләргә, ауырлы ҡатындарға, сабыйҙарға уңайлы шарттар булыр ине, — тип ауыл халҡының мәнфәғәтен ҡайғырта фельдшер.
Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған Лаура Мөхәрләм ҡыҙы хәстәрлекле әсә лә, уңған хужабикә лә. Тормош иптәше Фәтих Сабирйән улы менән гөрләтеп донъя көтәләр. Мал тоталар, күпләп ҡош-ҡорт үҫтерәләр, баҡсаларында йәшелсә-емештәре мул уңышы менән һөйөндөрә.
Лаура Мөхәрләм ҡыҙы дүрт балаға ғүмер биргән. Улдары Радмир менән Рөстәм өйләнгән, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән йәшәй. Ирек вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй, ҡыҙы Азалия быйыл урындағы мәктәптең һигеҙенсе класына бара.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.