Һаулыҡ һаҡлау
2 Сентября 2021, 06:30

Район халҡын федераль агентлыҡ табиптары ҡабул итә

Рәсәйҙең федераль медик-биологик агентлығының төрлө филиалдарының табип-белгестәренән торған отряды Башҡортостан халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн улар Асҡар район дауаханаһында әбйәлилдәрҙе ҡабул итә.

Район халҡын федераль агентлыҡ  табиптары ҡабул итәРайон халҡын федераль агентлыҡ  табиптары ҡабул итә
Район халҡын федераль агентлыҡ табиптары ҡабул итә

Рәсәйҙең федераль медик-биологик агентлығының төрлө филиалдарының табип-белгестәренән торған отряды Башҡортостан халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн улар Асҡар район дауаханаһында әбйәлилдәрҙе ҡабул итә.

—Эште Сибай ҡалаһынан башланыҡ, ҡала дауаханаһында бөтәһе 194 сирлене ҡабул иттек. Кисәге көн Баймаҡта 382 пациентты ҡабул иттек, шуларҙың 195-е балалар. Бөгөн Асҡарҙа эшләйбеҙ, —  тип һөйләй эште ойоштороусы-врач И. Н.  Хайтаров. —Иртәгә Учалыла, артабан Белеорет ҡалаһында, унан Архангелдә беҙҙе пациенттар көтә. Иң һуңғы көндө Ишембай халҡын ҡабул итәсәкбеҙ.

Игорь Николаевич әйтеүенсә, бриагадала бөтәһе 16 врач, улар араһында ололарға ярҙам күрһәтеү буйынса хирург, уролог, акушер-гинеколог, онколог, ололаринголог, терапевт, офтальмолог бар. Бынан тыш, балаларҙы эндокринолог, аллергол-иммунолог, отоларинголог, гастроэнтеролог, офтальмолог,невролог, кардиолог ҡабул итә. Табиптар агентлыҡтың филиалдары булған төрлө ҡалаларҙан — Мәскәүҙән, Һарытауҙан, Санкт-Петербургтан, Мжжгорье һәм башҡа ҡалаларҙан бар.

 Табиптар сирлеләргә артабан дауаланыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәрен бирә, медицина күрһәтмәһе буйынсаталап ителгәндәргә республиканың йәки агентлыҡтың дауалау учреждениеларында дауаланыуға йүнәлтмә бирә.

 

 

 

Район халҡын федераль агентлыҡ  табиптары ҡабул итә
Район халҡын федераль агентлыҡ табиптары ҡабул итә
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас