Сан-Маринола ковидты еңгәндәр. Был илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, бында ковид менән бәйле сикләүҙәр алынған. Ул – Европала коронавирус инфекцияһын еңгән тәүге дәүләт. Министрлыҡ “Спутник V” вакцинаһының яңы штамдарға юғары тәьҫирлеген раҫланы. Ил халҡының 70 проценты тап Рәсәй препараты менән иммунизацияланды.
“2021 йылдың март-апрель айҙарында пандемия көсәйҙе, дауаханаларға сирлеләр ағымы артты. Халыҡтың күпселегенә “Спутник V” вакцинаһын ҡаҙатҡандан һуң медицина учреждениеларында койкалар бушаны, сирҙе йоҡторғандар кәмене. Хәҙер Сан-Марино Республикаһы дауаханаларында сирлеләр юҡ. “Спутник V” препараты халыҡта антиесемдәр барлыҡҡа килтерҙе”, – ти һаулыҡ һаҡлау министры Р. Чиаватта.
Август аҙағында Рәсәй вакцинаһын Индонезия хупланы. Ул - препараттың тәьҫирлеген иҫбатлаған етмешенсе дәүләт. Тимәк, Ер йөҙөндәге дүрт миллиард халыҡ, йәғни бар халыҡтың 50 проценты, “Спутник V” препаратының ыңғай йоғонтоһон раҫланы.