Һуңғы осорҙа яман шештәргә дусар ауырыуҙар һәм үлем осраҡтары һаны кәмеүе күҙәтелә. Онкология сирҙәренән үлем осраҡтары 100 мең кешегә 156 тәшкил итә.
Бында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектының ярҙамы ҙур. Был төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында федераль бюджеттан 8 берәмек ҡорамал ҡайтарылған, тағы 11 заманса ҡорамал алыуға контракт төҙөлгән. Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
төп бурыс – иртә диагностикалау һәм дауалау сифатын яҡшыртыу, ауырыуҙарҙың йәшәүен еңеләйтеү, үлем кимәлен кәметеү, диспансерлаштырыуҙы йәйелдереү.