Ил хөкүмәте сит илдән килгән медицина белгестәрен Рәсәй дауаханаларында эшкә урынлаштырыуҙы ябайлаштырырға уйлай.
Эштәр министрлығы ошо арала сит ил кешеләре эшкә урынлаша алырҙай белгестәр исемлеген киңәйтергә уйлай. Рәсәй паспорты – сит ил кешеләренә беҙҙең илгә эшкә килеүгә иң яҡшы стимул. Бындай юл менән беҙҙең ил ҡайһы бер тармаҡтарҙа күҙәтелгән белгестәр ҡытлығынан ҡотоласаҡ, тип һанай Эштәр министрлығы белгестәре. Исемлеккә өҫтәп 61 һөнәр индерелгән, төп өлөштө медицина өлкәһе белгестәре биләй. Унда шулай уҡ машина менән һауыу операторҙары, химия буйынса инженер һәм башҡа һөнәрҙәр индерелгән. Бер үк ваҡытта, быға тиклем исемлектә торған 28 һөнәр белгестәре исемлектән алынған. Улар араһында программистар, экскурсиялар ойоштороусылар, артист- балет солистары бар. Әлеге тәҡдим ителгән исемлектә бөтәһе 113 һөнәр бар.