

Планда — QR-кодтар һәм белешмәләр талап итеү, битлек режимын күҙәтеү.
Ковид госпиталендә булғандан һуң БР Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышы уҙғарҙы һәм вакцина эшләтмәгәндәр күп ауырый, тип билдәләне. «Коридорҙа ятыусылар күп, урындар етешмәй, реанимацияла ғына күпме сирле ыҙа сигә. Һәм улар араһында прививка яһатманым тиеүселәр байтаҡ», — тине Радий Фәрит улы.
Шулай итеп, эпидемияға ҡаршы саралар планы раҫланды: дәүләт учреждениелары һәм власть органдарына инеү өсөн пропуск ғәмәлгә индерелә, мәҙәни һәм спорт сараларын вакцинаһыҙ кешеләр ҡарай алмаясаҡ, ошондай уҡ белешмәләр сауҙа үҙәктәрендә һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарында ла кәрәк була. Мәктәптәрҙә онлайн уҡыу һаҡлана. Транспортта битлек режимын күҙәтмәүселәргә штраф һалынасаҡ. Вәт. Йәй буйы концерт-фестиваль ҡараныҡ, әллә күпме ҡунаҡтар ҡабул иттек һәм коронавирустың дүртенсе тулҡынын ҡаршы алдыҡ!