Республика етәксеһе коронавирус менән ауырыу буйынса хәлде «сағыштырмаса тотороҡло» тип атаны. Уның фекеренсә, шулай ҙа халыҡтың хәүефһеҙлеге буйынса яңы саралар һәм яңы сикләүҙәр индерергә кәрәк.
Ошо айҡанлы 12 октябрҙән Башҡортостанда яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде, уға ярашлы сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙаға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына прививка тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән генә үтергә була.
Шуға ла рсепубликаның сауҙа үҙәктәре вәкилдәре төбәктә яңы ҡағиҙәләр индерелеүгә бәйле һатып алыусыларға үҙҙәрен һәм тирә-яҡтағыларҙы короновирус инфекцияһы йоҡтороуҙан һаҡлау маҡсатында ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырып мөрәжәғәт итте.
Яңы ҡағиҙәләр эпидемиологик хәлде тотороҡландырырға булышлыҡ итер, тип көтөлә. Сауҙа өлкәһе вәкилдәре бөтә объекттар Башҡортостан Башлығы указы талаптарын тейешенсә үтәне һәм артабан да үтәйәсәк тип ышандыра.
Район үҙәге, ауылдар магазиндарында ла һатып алыусыларҙың битлек режимын һәм социаль дистанцияны күҙәтеүҙәрен ҡәтғи контролгә аласаҡ. Сауҙа нөктәләрендә санитар хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк, йәғни һатыу залдары өҫтәмә дезинфекцияланасаҡ.