Мәскәү табиптары балаларға коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау 2022 йылдың ғинуарынан башланыуы ихтимал, тип фекер йөрөтә. Яңыраҡ илебеҙҙең баш ҡалаһында 12 – 17 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнашлығында «Спутник V» вакцинаһына клиник һынау үткәрелгән, тип яҙа «Российская газета». Әгәр ошо һынауҙар уңышлы үтһә, балалар үҙҙәрен яҡшы тойһа, кесе йәштәгеләр өсөн махсус прививка булдырыу өҫтөндә эш башланасаҡ.
РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр март айынан башлап РФ Ҡораллы Көстәр сафтарында хеҙмәт итеүсе 41 меңдән ашыу кеше коронавирус инфекцияһынан дауаланған. Әлеге көндә ПЦР тест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән 1196 һалдат табип күҙәтеүе аҫтында, ә 634 пациент хәрби госпиталдәргә урынлаштырылған. Күпселек һалдаттарҙың инфекцияны симптомһыҙ үткәреүе асыҡланған. Бөгөнгө көнгә хәрби частәрҙә булған 211 мең кеше вакцина яһатҡан. 1 октябрҙән башланған көҙгө саҡырылыш мәлендә әрмегә саҡырылыусы һәр егет ПЦР тест тапшырасаҡ һәм улар частәргә барып еткәс, вакцинацияланасаҡ.
Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы, вирусолог Александр Лукашенко вакцина яһатыуҙан баш тартыусыларға 5 мең һум күләмендә штраф һалырға тәҡдим итте. «Прививка эшләтергә теләмәүселәр арҡаһында сир таралыуын дауам итә, дауаханаларҙа урын етмәй, пациенттар ваҡытында тейешле ярҙам алырға өлгөрмәй», — ти ул. Әммә РФ Президентының матбуғат секретары Д. Песков был хаҡта үҙ фекерен белдереп, вакцина яһатмаған өсөн штраф һалыу беҙҙең илдең социаль сәйәсәтенә ҡаршы килә, тине. «Кеше прививканы мәжбүри түгел, ә үҙе теләп, аңлы рәүештә эшләтергә тейеш, шуның өсөн етди аңлатыу эштәре алып барыу мөһим», — тине Дмитрий Песков.
Ә был мәлдә Өфөлә, республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, эре сауҙа үҙәктәренә, музей, кинотеатрҙарға, китапханаларға, концерт залдарына килеүселәрҙән QR-код талап итеү башланды. Бик булмаһа, вакцина эшләтеү тураһында белешмә күрһәтеү мотлаҡ. Әйтергә кәрәк, бындай белешмәләр һирәк кешеләрҙә генә бар, шул арҡала аҙыҡ-түлек магазиндарында ығы-зығы тыуған. «Икмәк-һөткә тип кенә килгәйнек, белешмә булмағас, уларын да һатып ала алмайбыҙ», — ти пенсионерҙар. Сауҙа үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре унда килеүселәрҙе үҙҙәре тикшереүҙән тыш, бындай учреждениеларға Роспотребнадзор вәкилдәре лә рейдҡа сығасаҡ. Әйткәндәй, күңел асыу, ял итеү үҙәктәрендә бушлай вакцина яһатыу пункттары ла эшләй.