Һаулыҡ һаҡлау
16 Октября 2021, 03:15

Халыҡ һаулығы һағында

Йылайыр районының Сәләх ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. #нацпроект#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йылайыр районының Сәләх ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты Сәләх, Ҡәнзәфәр, Новопреображенский ауылдарын хеҙмәтләндерә. Был ауылдарҙа 250 кеше йәшәй, уларҙың 55-е – балалар, – ти Йылайыр район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов. 

 ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

2021 йылда республика райондарында ике поликлиника, ике ауыл табип амбулаторияһы, һигеҙ капиталь һәм 73 модулле ФАП төҙөү ҡаралған.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас