

Берәү ҙә үҙ ихтыяры менән дауахана карауатына килеп тәгәрәмәй. Ауырыуҙарҙың тиҙерәк һауығып аяҡҡа баҫыуҙарына уларҙың нисек туҡланыуы ла йоғонто яһай. Беҙҙең район дауаханаһына был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел. Стационарҙа дауаланыусылар тулы рацион буйынса, бушлай ашатыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: «бальнис» ризығына зарланыусылар юҡ, пациенттар рәхмәтле булып ҡайтып китә. Ә кемдәр икән ябай ғына аш-һыуҙы тәмле, туҡлыҡлы, һаулыҡ өсөн сәләмәт аш итеп яраштырыусылар, көн дә алһыҙ-ялһыҙ төрлөләндереп бешеренеп, йөҙҙән кәм булмаған кешене туҡландырыусылар? Халыҡ-ара ашнаҡсы көнө алдынан Асҡар үҙәк район дауаханаһының аҙыҡ-түлек блогы коллективы менән таныштыҡ.
Бөтә туҡланыу системаһына хас булғанса бында ла тик ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Күҙ алдына килтерегеҙ: туғыҙ гүзәл зат көсө менән райондың һаулыҡ һаҡлау системаһының мөһим бер өлөшө — сирлеләрҙе туҡландырыу эше тотороҡло ойошторолоп килә. Аҙыҡ-түлек блогы өсөн ал да, ял да, байрамдар ҙа юҡ. Сменаң тура килә икән, ниндәй көн булыуына ҡарамаҫтан, таң һарыһынан кискә тиклем, көноҙоно плитә янынан китешмәйһең. Эш көнө иртәнге сәғәт алтыла башлана һәм киске алтыға тиклем дауам итә. Ләкин эш сәғәте үтеү менән, ҡалған эште иртәгәгә атҡарып ҡайтып та китмәйҙәр. Икенсе көн эшкә сығасаҡ алмаш сменаға бөгөн башҡарылырға тейешлеһен ҡалдырмайҙар — был коллектив өсөн яҙылмаған алтын ҡанун.
Һәр иртә кистән ялтыратып йыуылған цехтарҙа, таҙа һауыт-һабалар һәм яҡшы кәйеф менән башланғыс ала. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла дауаханала ятырға тура килгәндәр белә: ауырыуҙар иртәнсәк сәғәт 8-гә тиклем ҡайыш аҫтын нығытып алып, дауаланыу фронтындағы яңы алыштарҙы — медицина процедураларын башлай ҙа инде. Аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре иртәнге ашҡа бутҡа, йомортҡа, май йәки сыр менән икмәк, сәй өлгөртһә, һурпалы аш, мотлаҡ рәүештә итле гарнирҙан һәм йәшелсә салатынан торған төшкөлөктө әҙерләү өсөн тағы етеҙерәк йүгерергә тура килә. Кискелеккә иһә ашҡаҙан өсөн ауыр булмаған файҙалы һәм еңелсә, башлыса парҙа бешерелгән ризыҡ яраштырыла. Өс төп трапеза араһында ҡапҡылап алыуға кефир, һут, алма, булочка, печенье кеүек тәғәмдәр биреү ҙә ҡаралған.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 2008 йылда үҙәк район дауаханаһы капиталь ремонтланғанда аҙыҡ-түлек блогы ла ҙур үҙгәрештәр кисергән. Әлбиттә, байтаҡ йылдар аҡҡандан һуң бинаға хәҙер йәнә косметик ремонт талап ителһә лә, шул осорҙа йыһазландырылған плитәләр, духовка шкафы, пароконвекция мейесе, һыуытҡыстар һәм аҙыҡ эшкәртеү ҡорамалдары әле лә һынатмай эшләп тора.
Кухня хеҙмәткәрҙәре аш-һыуҙы диета шәфҡәт туташы Резеда Ишҡолова төҙөгән аҙналыҡ меню буйынса әҙерләй. Меню юғарынан төшөрөлгән талаптарға ярашлы төҙөлә, ауырыуҙарҙың сәләмәт-лек хәленә ярашлы махсус диета өҫтәлдәре буйынса ашарға әҙерләү ҙә күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ашҡаҙан сирлеләргә, операция кисергән ауырыуҙарға еңел үҙләштерелә торған аштар, зонд аша туҡланыусыларға хатта шыйыҡ иҙмәләр әҙерләнә. Бынан тыш балалар туҡланыуына айырым иғтибар бүленә, йәш үҙенсәлектәренә ҡарап, 1-3, 4-6, 7-10, 11-12, 12-14 йәшлектәргә төрлөсә нормалар ҡаралған, кескәйҙәргә ит ризыҡтары йомшартып, иҙеп бешерелә. Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә 9-сы диета өҫтәле буйынса манный бутҡаһы урынына ҡарабойҙай, һут урынына кефир, өҫтәмә рәүештә ҡаймаҡ, эремсек бирелә.
Дауаханаға берәүҙәр ята, икенселәре ҡайта. Ашнаҡсылар өсөн әҙерләү күләме көн һайын үҙгәреп тора. Уны диета шәфҡәт туташы көн дә бүлексәләрҙән алынған мәғлүмәт буйынса иҫәпләп сығара. Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ. Ысынлап та, дауахананың аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән терапия, гинекология, реанимация, неврология, инфекция, балалар, хирургия бүлексәләрендә ятҡан әллә күпме өлкәндәрҙе һәм балаларҙы туйындыра.
— Асҡар үҙәк район дауаханаһында Урал, Байым участка дауаханалары һәм хоспис менән берлектә бөтәһе 160 койка-урын иҫәпләнә. Менюны бөтә ошо учреждениеларға ла төҙөйөм. Ә ашарға бешереү һәр учреждениела айырым башҡарыла. Иң күп ауырыуҙар, әлбиттә, үҙәк дауаханаға тура килә, даими рәүештә кәм тигәндә 100-120 стационар пациент һанала, — ти Резеда Рәшит ҡыҙы.
Ике сменала йәмғеһе дүрт ашнаҡсы һәм өс ашнаҡсы ярҙамсыһы эшләй. Сменалар 2х2 графигы буйынса алмашына. Ашнаҡсы Асия Муллағәләмованың стажы 28 йыл. Рәзидә Шәрәфет- динова һәм Әлсиә Хажина ла оҙаҡ йылдар туҡланыу системаһында эшләгән тәжрибәле ашнаҡсылар. Земфира Әминева дауаханала ғына хәҙер 13 йыл эшләй. Ашнаҡсы ярҙамсыһы Рәсимә Ишҡолованың иңдәре артында 35 йыллыҡ хеҙмәт ғүмере ята. Айгөл Шаһивәлиева тиҫтә йылдан ашыу Мәхмүттән йөрөп эшләй, Гүзәл Дәминдарова менән икеһе аҙыҡ-түлек блогына күскәнгә тиклем дауаханала санитарка булғандар. Туҡланыу продукттары менән тәьмин итеүселәр һәм әҙерләнергә тейешле көндәлек аҙыҡ-түлекте бүлеп биреү менән келәт хужаһы Лилиә Хәлисова етәкселек итә.
Коллектив тотороҡло һәм егәрле. Һәр кем үҙенең эшен белеп башҡара. Улар эҫе цехта плитә янында бер ҙә йөҙ сирмай бешеренә, ҡайнар аш тулы ауыр кәстрүлдәрҙе «ыһ» та итмәй күтәрә, көн дә тиерлек бак-бак картуф әрсеп турай, башҡа йәшелсәләрҙе әҙерләй, ит үткәрә, балыҡ эшкәртә, ҡамыр аштары әҙерләй, хатта һалманы ла үҙҙәре йәйеп ҡырҡа. Эшкә ижади ҡараш менән тотоноп, төрлөләндереп бешерергә, дауаханала өй мөхите тыуҙырырға тырышыуҙарының һөҙөмтәһе — пациенттарҙан ишеткән рәхмәттәрҙә сағыла.
Аҙыҡ-түлек блогында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар башлыса күп балалы әсәләр. Сменалы эш булғас, өй мәшәҡәттәрен 12 сәғәткә «онотоп» торорға тура килһә лә, балалар мәктәпкә һуңлап ҡалманымы, ҡайттымы, донъя-ҡаралты, мал-тыуар имен торҙомо тигән уй һәр ҡайһыһының йөрәгендә. Плитә янында тирләп-бешеп, тауҙай һауыт-һабаны йыуып, арып-талып ҡайтырға сыҡҡанда инде баштарында: «Өйҙә нимә бешерергә?» — тигән яңы һорау тыуа...