Һаулыҡ һаҡлау
25 Октября 2021, 03:15

Ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙҡурсалау көндәре башланды ла инде

РФ Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 30 октябрҙән 7 ноябргә хәтлем илдә коронавирус пандемияһын иҫкәртеү маҡсатында ял көндәре иғлан ителде.

Ил башлығы төбәктәр етәкселәренә, хәл үтә хәүефле булһа, 25 октябрҙән үк үҙҡурсалау режимын башларға рөхсәт итте. Һәм бына бөгөндән Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ял көндәре башланды ла. Ковид сире ныҡ таралған Һамар, Түбәнге Новгород, Новгород, Воронеж, Курск өлкәләре, Пермь крайы Президенттың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, халыҡты ялға ебәрҙе.

Ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙҡурсалау көндәре башланды ла инде
Ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙҡурсалау көндәре башланды ла инде
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас