+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Октябрь 2021, 17:00

"Бөтә сирлеләр ҙә беҙҙең бүлексә аша үтә"

Ул бәләкәй саҡтан аҡ халатлы һөнәр эйәһе булырға хыяллана. Ҡыҙының күңелен үҫтереп, әсәһе лә, олоғайған көнөмдә мине дауаларһың, үҙебеҙҙең шәхси табип булырһың, тип изге ниәтенә ҡанаттар ғына ҡуя.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса Асҡар үҙәк район дауаханаһының ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Нурһылыу Хитауллина районда иң яҡшы урта звено медицина хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Ул бәләкәй саҡтан аҡ халатлы һөнәр эйәһе булырға хыяллана. Ҡыҙының күңелен үҫтереп, әсәһе лә, олоғайған көнөмдә мине дауаларһың, үҙебеҙҙең шәхси табип булырһың, тип изге ниәтенә ҡанаттар ғына ҡуя.

Мәктәптә уҡыған йылдарының сағыу иҫтәлеге булған “Зарница” уйындарында Нурһылыу үҙенең гелән санитар ролен һайлауын йылмайып иҫкә ала. Башҡа ҡыҙҙар-малайҙар погондар тегеп уйынға әҙерләнгәндә, ул ҡыҙыл тәреле санитар сумкаһын йүнәтә. Үҫкәс шәфҡәт туташы булырға теләгән ҡыҙ беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, яраланың йәрәхәтен бәйләү кеүек һынауҙарҙы тырышып үтәй... Һигеҙенсе класты тамамлағас, баласаҡ хыялы уны Белорет медицина училищеһына алып килә.

Мәҡәләне тулы көйөнсә "Осҡон" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: