Һаулыҡ һаҡлау
29 Октября 2021, 11:30

Һаулыҡ һағында үҙен аямайынса

Гөлсөм Булат ҡыҙы Йәһүҙина Сибай медицина училищеһын тамамлағандан, 1986 йылдан һаулыҡ һағында хеҙмәт итә. Ике бала әсәһенең декрет ялында ултырған осорон һыҙып ташлағанда ла ул 30 йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағышлаған.

Һаулыҡ һағында үҙен аямайынсаҺаулыҡ һағында үҙен аямайынса
Һаулыҡ һағында үҙен аямайынса

Пандемия тормошобоҙға индергән бик күп үҙгәреш-төҙәтмәләргә ярашлы, дауаханалар эшмәкәрлеге лә “ҡыҙыл” һәм “таҙа” зоналарға бүленде. Тән температураһы күтәрелеү, тымау, тамаҡ ауыртыу, йүткереү-сөскөрөү кеүек вируслы инфекция билдәләре күҙәтелгән сирлеләр ҡыҙыл зонала ҡабул ителә. Коронавирус инфекцияһын, йоғошло пневмонияны, башҡа вируслы сирҙәрҙе таратмаҫ өсөн күрелгән мөһим сара ул. Хәлдәре үтә мөшкөл пациенттар ковидгоспиталгә йүнәлтелһә лә, күпселек, хатта ПЦР-тесты ыңғай һөҙөмтә күрһәткәндәр ҙә, үпкәһенең зараланыу кимәле 30-40 процент тәшкил иткәндәр ҙә (бөтәһен дә стационарға урынлаштырыу мөмкин дә түгел), ҡыҙыл зонала эшләүсе медиктар күрһәтмәләре буйынса һәм күҙәтеүе аҫтында амбулатор дауалана. Шөкөр, күптәр тажзәхмәтте еңеп аяҡҡа баҫа. Бында табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм лаборанттарҙың үҙҙәрен аямай, берҙәм тырышлыҡ һалыуҙарын билдәләмәйенсә булмай. Шуларҙың береһе –  үҙәк район дауаханаһында ҡыҙыл зона булдырылған мәлдән аяуһыҙ сир менән көрәшеүсе шәфҡәт туташы Гөлсөм Йәһүҙина.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас