Коронавирус буйынса координацион штаб ултырышында әйтеүҙәренсә, илдең 12 төбәгендә эпидемиологик хәл бик ауыр. Айырыуса Һамар, Ульяновск, Новгород, Брянск, Смоленск, Мурманск, Калининград, Орел өлкәләрендә, Хакасияла, Коми Республикаһында, Хабаровский крайында сирләүселәр күп.
Анна Попова әйтеүенсә, нигеҙҙә 65 йәште үткән ололар ковид йоҡтора, 18 йәшкә тиклемге балалар араһында күпләп ауырышыу күҙәтелмәй. «Тыау тейҙереп, еңелсә сирләп киткән ораҡта, миндә киҙеү йәки киҫкен респираторлы инфекция тип өйҙә ятмағыҙ, үҙаллы дауаланмағыҙ, шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ, табип саҡыртығыҙ», — ти Роспотребнадзор етәксеһе.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михали Мишустин ковид сирлеләргә дарыуҙар алыуға федераль ҡаҙнанан 11 миллиард һум аҡса йүнәлтелде, тип белдерҙе. Президент Указына ярашлы, коронавирусты дауалаусы препараттар бушлай бирелергә тейеш. Дауаханаларға концентраторҙар алыу ҙа дауам итә.