Кисә иһә Мысырҙың Хургада курортына ял итергә барған 40-тан ашыу ватандашыбыҙҙың билдәһеҙ ризыҡтар ашап ағыуланып, дауаханаға эләгеүе билдәле булды. Шулай булғас, әллә ҡайҙа, сит илгә тип ашҡынып йөрөмәй, үҙебеҙҙең шифаханаларҙа ғына ял итеү яҡшыраҡ. Башҡортостан үҙе матур урындарға, туристик маршруттарға бай, шөкөр.
Күпселек шифаханалар «беҙҙә урындар етерлек, сикләүҙәр юҡ, бары тик прививка яһатыу тураһында белешмә булыуы кәрәк» тиһә, үҙебеҙҙең райондағы «Яҡты-Күл» курортында урындар ике ай алдан уҡ алынған икән. Бында кешеләр батҡаҡ менән дауаланыу өсөн килә. «Талҡаҫ», «Ҡарағай» һәм «Ассы» шифаханаларына юлламалар хаҡы үҙгәрешһеҙ, урындар ҙа бар.
Әйткәндәй, республика шифаханалары ковид сиренән һуң реабилитациялау хеҙмәте лә күрһәтә. Шуға ошо уңайлы осорҙо файҙаланып, шифаханала һаулығығыҙҙы нығытып ҡалығыҙ.