Һаулыҡ һаҡлау
2 Ноября 2021, 15:45

"Ковидтан һуң психҡа әйләндем"...

Күптәр, коронавирус менән сирләгәндән һуң мейе эшмәкәрлегенең әкренәйеүенә, хәтер насарайыуына, иғтибарлылыҡ кәмеүенә зарлана

Рязань ҡалаһындағы ковид-госпиталдең баш табибы Андрей Карпунин яңы коронавирус инфекцияһының пациенттарҙың психикаһына нисек йоғонто яһауына аңлатма бирҙе. "Ковидтың эҙемтәләре әле ныҡлап өйрәнелмәгән, - ти табип. - Шулай ҙа күп нәмә сирленең үҙенән һәм ошо ауырыуға нисек ҡарауынан тора. Әгәр ул, мин инфекцияны еңел үткәрәм, бирешмәйем, тип ныҡлы ышанһа, күп осраҡта шулай буласаҡ та. Ҡайһы берәүҙәр айырыуса паникаға бирелә. Ковид бөтә организмға, шул иҫәптән психик сәләмәтлеккә лә тәьҫир итә. Пациенттарҙа психоорганик синдром барлыҡҡа килеүе ихтимал. Кпеше тиҙ ҡуҙғый, илай, юҡ-барға эсе боша, йәне көйә һ.б.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас