Һаулыҡ һаҡлау
2 Ноября 2021, 16:25

Ә. М. Хәмзин: “Тормош шундай матур!”

65 йәштән өлкән вакцина эшләтеүсе граждандарға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан “Беҙҙең хәстәрлек” билдәһе аҫтында бүләктәр тапшырылды. Йәшниктең тышына “Сәләмәтлек посылкаһы. Ололар тураһында хәстәрлек менән” тип яҙылған. Эсенә шәхси гигиена саралары һалынған.

Ә.  М. Хәмзин: “Тормош шундай матур!”Ә.  М. Хәмзин: “Тормош шундай матур!”
Ә. М. Хәмзин: “Тормош шундай матур!”

65 йәштән өлкән вакцина эшләтеүсе граждандарға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан “Беҙҙең хәстәрлек” билдәһе аҫтында бүләктәр тапшырылды. Йәшниктең тышына “Сәләмәтлек посылкаһы. Ололар тураһында хәстәрлек менән” тип яҙылған. Эсенә шәхси гигиена саралары һалынған.

Район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев Хәлил, Рауил ауыл биләмәләрендә булып, оло йәштәге вакцина эшләтеүселәргә партияның бүләктәрен тапшырҙы. Урындағы ФАП-та коронавирус инфекцияһына ҡаршы ревакцинация эшләткән Хәлил ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе, педагогик хеҙмәт ветераны Әҙеһәм Хәмзин менән Хәлил ауылының старостаһы һәм ветерандар ойошмаһы рәйесе Руслан Дәүләтов был бүләктәргә лайыҡтарҙың иң лайыҡлылары булды. Булат Юныс улы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ауыл лидерҙарының пандемия ваҡытындағы был алдынғы позицияһын юғары баһаланы.

-  Һеҙ һәр ваҡыт алғы сафта бараһығыҙ һәм башҡаларға үрнәк, өлгө булып тораһығыҙ. Кемдәрҙер һаман вакцина эшләтергә икеләнгәндә һеҙ ҡурҡыныс сиргә ҡаршы организмығыҙҙың иммун системаһын ревакцинация менән дә нығытып ҡуйҙығыҙ - тине ул.

- Фельдшер-акушер пунктына тәүге партия вакцина килтерелгәс тә, беҙ, ете кеше, иң беренселәр булып прививка эшләттек. Икенсе компонентты эшләткәнгә ярты йыл тулғас, бына хәҙер ревакцинацияланыуға килдек. Үкенескә күрә, үлемесле сир вирусы бөгөн беҙҙең арала, таныштарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы аямай, ҡыра. Шул уҡ ваҡытта вакцина эшләтеүселәр иҫән-имен, ҡурсаулы булып ҡалып киләбеҙ.  Вакцинаның вирустан һаҡлауына ышанам, һаҡланыу саралары, битлек режимын күҙәтеү тураһында ла онотмайым. Коллектив иммунитет формалашмайынса коронавирус инфекцияһын еңеп булмаясаҡ. Уға дөйөм вакцина эшләтеү юлы менән генә өлгәшә аласаҡбыҙ. Элекке кеүек бер нәмәнән дә ҡурҡмай, шикләнмәй, халыҡ араһында ҡайнап йәшәге килә. Тормош шундай матур! Яҡты донъяларҙа йәшәп кем туйған? – ти һикһәнгә аяҡ баҫҡан Әҙеһәм Мостафа улы.

Әйткәндәй, локдаун осоронда ла теләүселәр үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында вакцина эшләтә ала.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас