Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноября 2021, 16:35

Бер аҙналыҡ ялдың файҙаһы булдымы?

Коронавирус менән сирләү осраҡтары кәмегән, айырыуса балалар һәм ололар араһында.

Добавить в предпочтительные источники Google

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Галина Пермина 1 ноябрҙән 7-һенә тиклем ял осоро йомғаҡтары буйынса COVID-19 менән сирләүҙең ыңғай динамикаһын билдәләне. Мәҫәлән, 14 йәшкәсә һәм оло йәштәге балалар араһында сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. - Ял көндәре осоро тураһында ҡарар дөрөҫ булды һәм беҙгә сир осраҡтарын  кәметергә  мөмкинлек бирҙе, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа артабан ялды оҙайтыу өсөн бер ниндәй нигеҙ юҡ, шуға күрә бөгөндән республикала йәшәүселәр эшкә сыға. Тик мәктәп каникулдарын 14 ноябргә тиклем оҙайтырға булдыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Шулай итеп, алдан ҡабул ителгән барлыҡ сикләүҙәр вакцина яһатмаған кешеләр өсөн дауам итә тип иҫкә төшөрәм. Башҡортостан Башлығы үҙенең Контроль идаралығына һәм муниципалитет етәкселәренә әүәлгесә сауҙа үҙәктәрендә, мәҙәни, спорт һәм башҡа учреждениеларҙа санитар ҡағиҙәләрҙең үтәлешен контролдә тоторға ҡушты.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас