Һаулыҡ һаҡлау
8 Ноября 2021, 09:55

Ковид табиптарҙы ла аямай

Республикала коронавирус менән сирлеләрҙе дауалаған табиптар үҙҙәре лә сиргә дусар була. 

Башҡортостанда 33 табип үҙ вазифаһын башҡарғанда ковидтан һәләк булған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә табиптарҙы дәртләндереү өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт белдерәм. Беҙ ошо ваҡиғалар араһында һәр ваҡыт уларға рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Уларға ҙур рәхмәт. Төп көсөргәнеш— табиптарҙа. Яңы йылға хәтлем бүләкләү материалдарын әҙерләгеҙ. Улар эмоциональ, әхлаҡи яҡтан яналар. Беҙҙә йыл ярым «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптар бар. Байтаҡ табиптарыбыҙ ауырыны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 33 табип үҙ вазифаларын үтәгәндә вафат булды. Хәҙер табиптарға булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим, әлегә барыһы ла уларҙан тора», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас