Башҡортостанда коронавирустан вакцинация дауам итә. Республика илебеҙҙә етештерелгән 2 282 558 вакцина алған. 8 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 1 736 786 кешегә прививка яһалған. 1 405 195 кешегә вакцинация тулыһынса тамамланған. Был - халыҡты вакцинациялауҙың 70 һәм 56,6 процентын тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирус инфекцияһынан прививканы 150 вакцинация пункттарында поликлиника регистратураһы йәки "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша алдан яҙылырға мөмкин.
Вице-премьер - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 8 ноябргә республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең дөйөм һаны 91 518 кеше тәшкил итә тип хәбәр итте. Тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың 663 яңы осрағы раҫланған. Ауырыу күрһәткестәре буйынса төбәк Рәсәйҙә 81-се урында тора. Бөтәһе 80 507 кеше һауыҡҡан, уларҙың 644-е - уҙған тәүлектә.