Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноября 2021, 07:15

Кислород үҙебеҙҙә етештереләсәк

Башҡортостан сода компанияһы госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан сода компанияһы нигеҙендә ковид-госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итеү буйынса кислород станцияһы эшләй башланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта һөйләне.

"Октябрҙә госпиталдәрҙә кислород менән ҡатмарлы хәл булды, дауаханалар һәм йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре өсөн үтә кәрәкле кислородты иҫәпләп тотондоҡ. Сәғәт һайын тиерлек кислород барлығын тикшергәндәр, сөнки беҙ дауаханаларыбыҙҙа өҙөклөктәргә юл ҡуйманыҡ. Тәьминәттең яңы сығанаҡтары эҙләнелде. Беҙҙең үтенесте тәүгеләрҙән булып Башҡортостан сода компанияһы ишетте һәм предприятиела ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кислород станцияһын эшләтеп ҡуйҙы ", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы үҙ сәхифәһендә.

Фото Р. Хәбиров сәхифәһенән

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас