Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноября 2021, 14:45

Сертификатың булһа, паспорт та кәрәкмәй, имеш

Ковидҡа ҡаршы вакцинациялауҙы йәһәтләү өсөн илдә яңынан-яңы алымдар уйлап табыла

РИА яңылыҡтар хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова вакцинациялау тураһында сертификатты мәһимлеге буйынса паспортҡа тиң документ итеп ҡарарға кәрәк, тигән тәҡдим индергән. Пандемия таралыуҙы туҡтатыу өсөн коллектив иммунитет булдырыу шарт, тигән ул, шуға күрә прививка һалдырыу темптарын йәһәтләтергә кәрәк. Әгәр сертификатты ҡағыҙ киҫәге тип түгел, ә мөһим документ кимәленә еткерһәк, кешелә тиҙерәк вакцина эшләтеү теләге уяныр тигән фекерҙә министр.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас