Осоу аппараты Үҫеш корпорацияһы ярҙамы менән һатып алынды. Бынан алда ведомство тарафынан Республика клиник перинаталь үҙәге һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ клиникаһы янында ике вертолет майҙансығы булдырылғайны.
- Был беҙҙең республика өсөн мөһим ваҡиға. Шуныһы ҡыуаныслы, Үҫеш корпорацияһы Башҡортостандың санитар авиацияһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алды, - тине Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Был йүнәлештә системалы эш алып барыу һөҙөмтәһендә беҙ пациенттарҙы махсуслаштырылған һауа судноһында әйҙәүсе медицина үҙәктәренә эвакуациялау тиҙлеген арттыра, шулай уҡ республика биләмәһендә тейешле инфраструктура булдыра алабыҙ.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 2024 йылға ҡәҙәр төбәктә санитар авиацияны үҫтереү стратегияһы раҫланды.
2020 йылдың июнендә Башҡортостанға дәүләт транспорт лизинг компанияһы заманса медицина модуле менән йыһазландырылған беренсе АНСАТ вертолеты ҡайтарылды.