Һаулыҡ һаҡлау
25 Ноября 2021, 12:33

2022 йылда 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Башҡортостанда киләһе йылда 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү күҙаллана. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

 Беренсел медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү  "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүен ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

     2021-2025 йылдарҙа амбулатор-поликлиника учреждениеларының базаһын нығытыу өсөн яңыларын төҙөү, шулай уҡ булған объекттарҙы реконструкциялау һәм ремонтлау планлаштырылған.

    Программа буйынса  Башҡортостанда 490 һаулыҡ һаҡлау объектын, шул иҫәптән поликлиникалар, участка дауаханаларын, дөйөм практика табибы офистарын, табип амбулаторияларын, үҙәк район дауаханаларын һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү күҙ уңында тота.

Мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем республиканың  Дүртөйлө районында өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инәсәк. Төбәктә төҙөлөүсе бөтә модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн ҡорамалдар һәм медикаменттарҙың тулы комплекты менән йыһазландырыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас