Киләһе йылда республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү планлаштырыла.
Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдерҙеләр. Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү – ил башлығы Владимир Путиндың май указдары менән барлыҡҡа килгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп йүнәлеше. Ул фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм мобиль медицина комплекстары төҙөүҙе, шулай уҡ йыл һайын профилактик медицина тикшереүҙәрен ойоштороуҙо күҙ уңында тота.
Поликлиникаларҙың ресурс базаһын нығытыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа яңы объекттар төҙөү, шулай уҡ ғәмәлдәге объекттарҙы реконструкциялау һәм ремонтлау планлаштырыла. Программа Башҡортостанда 490 һаулыҡ һаҡлау объекты, шул иҫәптән поликлиникалар, участка дауаханалары, дөйөм практика табип офистары, табип амбулаториялары, үҙәк район дауаханалары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөүҙе иҫәптә тота.