2021 йыл башынан сәләмәтлек һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау федераль программаһы буйынса республикаға 23 ашығыс ярҙам автомобиле һәм медперсоналды алып йөрөр өсөн 77 еңел машина ҡайтарылды.
Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ошо көндәрҙә автомобилдәрҙең береһе Хәйбулла районының Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына тапшырылды.
“Машина табиптар һәм пациенттар өсөн санитар транспорт ролен үтәйәсәк. Пациенттарҙы медицина ойошмаларына илтеү, медицина хеҙмәткәрҙәрен ауырыуҙарҙың йәшәгән урындарына, шулай уҡ дарыуҙар һәм тикшеренеү өсөн биологик материалдарҙы тапшырыу маҡсатында ҡулланыласак ул”, – тип аңлаталар ведомствола.
Беренсел медик-санитар ярҙам системаһының үҫеше – “Һаулыҡ һаклау” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе.